Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Июнь 2022, 04:00

Йәнә бер район карантинға ябылды

Әле ҡотороҡ ауырыуы таралған ерҙә белгестәр тикшереү үткәрә, ауырыу малдарҙы асыҡлай, уларға прививка яһай.

Йәнә бер район карантинға ябылдыЙәнә бер район карантинға ябылды
Йәнә бер район карантинға ябылды

Баҡалы районының Мостафа ауылы биләмәһендә 2022 йылдың 15 июненән хайуандарҙың ҡотороҡ ауырыуы буйынса карантин индерелде.

Тейешле хоҡуҡи акт Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Указға ярашлы, ауырыу сығанаҡтары ике шәхси ярҙамсы хужалыҡ биләмәһендә асыҡланған.

Әле белгестәр тикшереү үткәрә, ауырыу малдарҙы асыҡлай, уларға прививка яһай. Ауылда бөтә хайуандарға ла ҡотороҡ ауырыуына ҡаршы вакцина яһала. Карантин зонаһында күргәҙмәләр, йәрминкәләр үткәреү тыйыла. Был саралар карантинды туҡтатыу тураһында рәсми ҡарарға тиклем ғәмәлдә була.

Башҡортостан Республикаһының Ветеринария идаралығына сир сәбәптәрен һәм барлыҡҡа килеү сығанаҡтарын билдәләргә, ҡотороу сығанағын бөтөрөү сараларын ойошторорға ҡушылды. Указдың үтәлешенә контроллек итеү Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахҡа йөкмәтелде.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас