Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Июнь 2022, 13:59

Тәүлек эсендә муттар өс кешене алдаған

Полиция хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә граждандар менән әңгәмәләр үткәрә, махсус әҙерләнгән "памятка"лар тарата, беҙ ҙә муттарҙың схемалары тураһында иҫкәртеп яҙып торабыҙ. Ләкин барыбер муттарҙың тоҙағына эләгеүселәр һаны кәмемәй. Мәҫәлән, Өфөлә йәшәгән 76 йәшлек ҡатын ялған "банк хеҙмәткәренең" һүҙенә ышанып, 230 мең һум аҡсаһын "ышаныслы хәүефһеҙ иҫәпкә" күсергән... 

Тәүлек эсендә муттар өс кешене алдағанТәүлек эсендә муттар өс кешене алдаған
Тәүлек эсендә муттар өс кешене алдаған

Ә 19 йәшлек егет "түләүле ҡыҙ хеҙмәте"нән файҙаланырға ниәтләп, сайт аша заказ эшләгән дә, аферистың әйткәнен үтәп, уның иҫәбенә 24 мең һумдан ашыу аҡса күсергән. Шуның менән уның өсөн "енси мөнәсәбәттәр" темаһы тамамланған.

Полиция хеҙмәткәрҙәре һәр саҡ уяу булырға саҡыра, шикле шылтыратыу булғанда, аҡса күсереү тураһында һүҙ ҡалҡҡанда һөйләшеүҙе туҡтатырға кәңәш итә. Таныш булмаған кешеләргә шәхси мәғлүмәттәрҙе, шул иҫәптән банк реквизиттарын да белдермәгеҙ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас