Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Июнь 2022, 10:25

Автомобиль күлгә төшөп киткән

Салондағы кешеләрҙең яҙмыштары тураһында билдәле булды.

Автомобиль күлгә төшөп киткәнАвтомобиль күлгә төшөп киткән
Автомобиль күлгә төшөп киткән

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, уҙған төндә Учалы районынының Туңғатар ауылы янындағы күлдә машина күлгә батҡан. Билдәле булыуынса автомобиль ошо ауылда йәшәүсе 30 йәшлек водитель һәм 22 йәшлек пассажир менән бергә осҡан. Водителде ҡотҡарғандар, ә бына егет һыу аҫтында ҡалған.

Автомобилде эҙләү өсөн водолаздарҙы саҡырырға тура килгән. Һөҙөмтәлә автомобилде һәләк булған егет менән бергә бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә сығарғандар.

Таңғатар ауыл советы башлығы әйтеүенсә, ул водитель менән бергә күл буйында биш кешенән торған компанияла ял иткән.

Фото: Т. Аманов 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас