

Ул ихата буйлап самокатта йөрөгән һәм машина аҫтына барып ингән.
Өфө буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, юл-транспорт фажиғәһе 17 июндә көндөҙгө сәғәт дүрттә Һынаусылар урамындағы йорт ихатаһында булған. Руль артында ултырған 22 йәшлек егет самокаткалағы машиналар араһынан ҡапыл килеп сыҡҡан малайҙы тапатҡан. Бала йәрәхәтләнгән. Әле юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса административ тикшереү башланған.
Фото: Т. Аманов