

“ИРБИС-РБ” яғыулыҡ компанияһы“ йәмғиәте менән БР Хөкүмәте араһында инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Был компания беҙҙә ике йүнәлеш буйынса эшләй: юл буйы сервисы объекттары төҙөй һәм ҡала эсендә автозаправка станцияларын булдыра.
Яңы төҙөлгән килешеүгә ярашлы, республикала 2024 йылға тиклем 10 инвестпроекты ғәмәлгә ашырыласаҡ. Инвестор 1,5 млрд һум аҡса һалырға һәм 200 яңы эш урыны булдырырға ниәтләй.
Әйткәндәй, был проекттаирҙың береһе тамамланған да инде – Өфө районында “Өфө – Ырымбур” Р – 240 автомобиль трассаһында юл буйы сервисы объекты төҙөлгән. Тағы дүрт инвестпроект өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелгән.
“ИРБИС-РБ” “ТранзитСити” компаниялар төркөмөнә инә. Ул илебеҙҙең төрлө төбәгендә 70 заманса автозаправка станцияһы төҙөгән.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.