Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июнь 2022, 04:11

Йосоп ауылында - яңы ФАП

Ҡыйғы районының Йосоп ауылында "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты ярҙамында фельдшер-акушер пункты эшләй башланы. Хәҙер ауыл халҡы тәүге медицина ярҙамын үҙҙәрендә ала.

Йосоп ауылында - яңы ФАПЙосоп ауылында - яңы ФАП
Йосоп ауылында - яңы ФАП

Медпункт асылыуын 330-лап (ауылда шул сама кеше йәшәй) кеше көткән. Улар араһында 55 бала ла бар. Яңы ФАП уңайлы, йылы. Тупһала пандус та ҡуйылған. Бөтә кәрәкле процедура өсөн кабинеттар бар.

Пункт асылыу тантанаһында халыҡты район хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко, БР һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин, Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһының баш табибы Валерий Трофимов һәм БДМУ-ның балалар хирургияһы кафедраһы мөдире Илдар Ғәлимов ҡотлаған.

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса Ҡыйғы районында модулле ике ФАП барлыҡҡа килгән. Быйыл өсәү төҙөләсәк.

Фото: Ҡыйғы районы хакимиәтенән.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас