Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июнь 2022, 16:05

Көслө ел йорттарҙың ҡыйыҡтарын емергән

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дауыл эҙемтәләре хаҡында хәүефле яңылыҡ еткерҙе.

Көслө ел йорттарҙың ҡыйыҡтарын емергәнКөслө ел йорттарҙың ҡыйыҡтарын емергән
Көслө ел йорттарҙың ҡыйыҡтарын емергән

Миәкә районында бөгөн, 17 июндә, көслө ел ике йорттоң ҡыйығына зыян килтергән, тип хәбәр иттеләр улар Боғҙан ауыл биләмәһе башлығына һылтанма менән. Бирелгән мәғлүмәттәр буйынса, ел тиҙлеге секундына 16 метрға еткән.
Һөҙөмтәлә Яңы урамдағы 9-сы йорттоң ҡыйығы ҡуптарылған, дөйөм зыян күреү 40 квадрат метр тәшкил итә. Шулай уҡ ошо уҡ урамда тағыла бер йорттоң ҡыйығын осорған. Зыян күреү 12 квадрат метр. Йәрәхәтләнеүселәр юҡ, кешеләрҙе хәүефле зонанан эвакуациялау талап ителмәй. Ремонт эштәрен иртәгә башҡарыу планлаштырыла.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас