

Өфөлә ҡотҡарыусылар Салауат Юлаев һәйкәле янындағы бейеклектән 50 йәшлек ҡатынды күтәргән. Был хаҡта ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығы хәбәр итә.
Кисә, 16 июндә, бәләгә тарыусы һәйкәл янында йөрөгән һәм телефонын төшөрөп ебәргән. Төшөп киткән смартфонды алырға уйлар, ул үҙе лә түбәнгә төшкән. Тик тедефонды эҙләү уңышһыҙ тамамланған. Ҡатын текә битләүҙә тороп ҡалған һәм кире күтәрелә алмаған, аҫҡа төшөргә лә мөмкинлек булмаған. Ярҙам һорап ҡысҡырған тауыштарҙы яҡында ғына йөрөгән үҫмерҙәр ишеткән. Улар өлкәндәрҙе саҡырғандар, ә тегеләре ҡотҡарыусыларға шылтыратҡан.
Ваҡиға урынына килгән ҡотҡарыусылар альпинистик ҡорамал ярҙамында ҡатынды сығырған. Шулай уҡ юғалған телефонды табып, хужабикәгә ҡайтарған. Ҡатын медицина ярҙамына мохтаж булмаған.
Фото: Т. Аманов