Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июнь 2022, 08:08

Башҡортса өҫтәл уйынын отоусылар билдәле булды!

12 июндән алып беҙ гәзиттең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә дуҫтарға һөйләү - репост конкурсын үткәрҙек. Унда приз итеп өс кешегә "Игра в башкира" уйыны ҡуйылған ине.Бөгөн еңеүселәр асыҡланды.

Башҡортса өҫтәл уйынын отоусылар билдәле булды!Башҡортса өҫтәл уйынын отоусылар билдәле булды!
Башҡортса өҫтәл уйынын отоусылар билдәле булды!

Махсус ҡушымта аша өс еңеүсе билдәле булды. Улар - Илсиә Баязитова, Зилара Исхаҡова һәм Резеда Ғәлекәйева. Ҡотлайбыҙ! Һеҙҙең менән бәйләнешкә сығырҙар. 

Белешмә:
Уйында – 55 карточка. Уларҙа башҡорт халҡының көнкүреше һәм мәҙәниәт элементтары төшөрөлгән. Уйын тиҙлекте, уйлауҙы үҫтереп кенә ҡалмай, башҡорт, рус һәм инглиз телдәрен өйрәнергә лә булышлыҡ итә.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас