Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июнь 2022, 08:24

Башҡортостан инвестиция мөхите буйынса милли рейтингта нисәнсе урында?

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында инвестиция климаты буйынса милли рейтинг һөҙөмтәләре иғлан ителде. Исемлекте йыл һайын Стратегик инициативалар агентлығы төҙөй. 2020 йыл йомғаҡтарында республикабыҙ бишенсе урында ине. Хәҙер хәлдәр нисегерәк булған?

Башҡортостан инвестиция мөхите буйынса милли рейтингта нисәнсе урында?Башҡортостан инвестиция мөхите буйынса милли рейтингта нисәнсе урында?
Башҡортостан инвестиция мөхите буйынса милли рейтингта нисәнсе урында?

Баҡһаң, 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан былтырғы позицияһында ҡалған. Йәғни беҙ - ТОП-5-тә. 2019 йылда туғыҙынсы урында инек.

Тәүге дүрт урынды Мәскәү ҡалаһы, Татарстан, Мәскәү һәм Тула өлкәләре биләй. Башҡортостан менән бергә бишенсе баҫҡыста Түбәнге Новгород, Төмән, Новгород, Сахалин өлкәләре.

Радий Хәбиров бер аҙ шаяртып былай тине: 

- Я, когда приеду в республику и жители спросят, как вы там съездили, скажу, что мы опять пятерку получили, а вот братский Татарстан опять двойку получил. Если на следующий год мы получим четверку или тройку, сильно обижаться не будем, будем двигаться вперед.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас