Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июнь 2022, 04:44

Башҡортостан Башлығы "Росагролизинг" йәмғиәтенең генераль директоры менән осрашты

Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында Радий Хәбиров һәм "Росагролизинг" йәмғиәтенең генераль директоры Павел Косов республиканың ауыл хужалығы етештереүселәре менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында һөйләште.

Башҡортостан Башлығы "Росагролизинг" йәмғиәтенең генераль директоры менән осраштыБашҡортостан Башлығы "Росагролизинг" йәмғиәтенең генераль директоры менән осрашты
Башҡортостан Башлығы "Росагролизинг" йәмғиәтенең генераль директоры менән осрашты

Компания 2019 йылдан алып федераль льготалы программаларҙы ғәмәлгә ашыра. Унда беҙҙең республика аграрийҙары ла әүҙем ҡатнаша.

Радий Хәбиров белдереүенсә, лизинг буйынса һуңғы 2,5 йылда 926 яңы техника алынған. Дөйөм суммаһы 5 млрд һумдан ашыу. Беҙ "Ферма под ключ" проектында ла ҡатнашырға иҫәп тотабыҙ.

Фото: БР Башлығы сайтынан. 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас