Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Июня 2022, 06:40

Көн торошо

Башгидрометүҙәк 16 һәм 17 июнгә һауа торошон хәбәр итте. Метеорологтар мәғлүмәте буйынса, республикала бер аҙ ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә.  

Көн торошоКөн торошо
Көн торошо

16 июндә яуым-төшөм көтөлмәй, көндөҙ төньяҡ райондарҙа бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ – 23-28 градус йылы.

17 июндә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, йәшен йәшнәгәндә көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – 11–16, таулы райондарҙа 6, көндөҙ – 23–28 градус йылы.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас