

Ҡултамғаларҙы БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм республиканың үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов, "АМКОДОР" йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Александр Шакутин ҡуйҙы. БР Башлығы Радий Хәбиров та улар янында булды.
Яңы килешеүгә ярашлы, компания беҙҙә ике инвестиция проектын ғәмәлгә ашырасаҡ. Береһе - "Өфө" индустриаль паркында иген эшкәртеү өсөн ҡорамал төҙөү предприятиеһы асыу. 200 яңы эш урыны булдырыласаҡ. Икенсеһе - Өфөлә етештереү-сервис үҙәге төҙөү (25 кешегә эш буласаҡ).
Фото: БР Башлығы сайтынан.