Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Июнь 2022, 09:32

“Агроэкспресс” проекты беҙҙә лә ғәмәлгә ашырыласаҡ

Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында башҡортостан Хөкүмәте менән “Евразия Агрологистикаһы” агросәнәғәт эшмәкәрлеге үҫешенә булышлыҡ итеү буйынса автономлы коммерция булмаған ойошмаһы араһында килешеү төҙөлдө.

“Агроэкспресс” проекты беҙҙә лә ғәмәлгә ашырыласаҡ“Агроэкспресс” проекты беҙҙә лә ғәмәлгә ашырыласаҡ
“Агроэкспресс” проекты беҙҙә лә ғәмәлгә ашырыласаҡ

Килешеүҙең маҡсаты – Евразия иҡтисади союзы илдәрендә эшләгән «Агроэкспресс» тимер юл аша тиҙ һәм мультимодаль ташыуҙарҙы бойомға ашырыу буйынса берлектәге проектҡа ярашлы, Башҡортостан биләмәһендә күмәртә-бүлеү үҙәген ойоштороуға йүнәлтелгән хеҙмәттәшлек.

Документҡа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм «Евразия Агрологистикаһы» ойошмаһының генераль директоры Алевтина Кириллова ҡул ҡуйҙы.

«Агроэкспресс» проекты – Рәсәйҙең юғары тиҙлекле контейнер поездары ярҙамында Ҡаҙағстанға, Үзбәкстанға, Иранға һәм Яҡын Көнсығышҡа аҙыҡ-түлек оҙатыу буйынса «Рәсәй тимер юлдары Логистика» һәм «Рәсәй экспорт үҙәге» акционер йәмғиәттәренең махсуслаштырылған сервисы.

Андрей Назаров билдәләүенсә, был проектты беҙҙә ғәмәлгә ашырыу республика иҡтисадына 8 млрд һум аҡса килтерәсәк, 100 эш урыны булдырыласаҡ.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас