Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Июнь 2022, 09:25

«Евразия йөрәге» саҡыра

  24-26 июндә «Торатау» конгресс-холы амфитеатрында Өфөлә күптән көтөлгән йыр-моң байрамы – «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале үтә.  

«Евразия йөрәге» саҡыра«Евразия йөрәге» саҡыра
«Евразия йөрәге» саҡыра

 

24 июндә фестиваль «Башҡортостанда тыуғандар» программаһы менән башлана. Унда «Голос» шоуында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ сығыш яһай. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт филармонияһының Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Касимов етәкселегендәге Эстрада-джаз оркестрының сығышын мөмкин. «ТенорА XXI века» арт-проекты һәм «Пицца» төркөмө тамашасыларҙы ҡыуандырмаҡсы.

  Форумдың икенсе көнөндә, 25 июндә, «Симфоник төн» Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестры донъя классикаһы шедеврҙарын тәҡдим итә. Дирижер пульты артында — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дмитрий Крюков.

 

«Евразия йөрәге-2022» халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең гала-концерты 26 июндә була һәм Йәштәр көнөнә арнала. Был көндө республикабыҙҙың йәш артистары сәхнәгә сыға. Улар араһында бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Гөлнара Байғужина, Эдуард Хөснөтдинов, Nail Bashstyle һәм башҡалар бар. Тамашасылар алдында шулай уҡ «Бишбармаҡ» һәм «Дәрүишхан» төркөмдәре сығыш яһай. Бынан тыш, Бүрәт Республикаһының «Намгар», этно-төркөмө, Ҡаҙағстандың «HasSak» этно-фольк төркөмө сағыу номерҙар менән ҡыуандырмаҡсы.

  «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале гала-концертының хедлайнерҙары — Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Сергей Трофимов (Трофим) һәм Дима Билан. Фестиваль байрам фейерверкы менән тамамлана.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас