Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Июнь 2022, 19:00

Башҡортостанда йылы һауа торошо кәмендә аҙна аҙағына тиклем һаҡланасаҡ

Синоптиктар алдағы көндәргә һауа торошон фаразланы.

Башҡортостанда йылы һауа торошо кәмендә аҙна аҙағына тиклем һаҡланасаҡБашҡортостанда йылы һауа торошо кәмендә аҙна аҙағына тиклем һаҡланасаҡ
Башҡортостанда йылы һауа торошо кәмендә аҙна аҙағына тиклем һаҡланасаҡ

18 июнгә тиклем йылы һауа торошо һаҡлана. Был турала Башгидромет синоптиктары хәбәр итте.

- Һауа температураһы төндә 11-16, таулы райондарҙа 6 градусҡаса, көндөҙ 22-28 градусҡа тиклем йылы. 15 июндә ямғырҙар көтөлмәй, - тип хәбәр итте белгестәр.
Артабанғы көндәрҙә төбәк биләмәһенә атмосфера фронттары күсә. Шул арҡала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы көтөлә. Шулай уҡ елдең көсәйеүе ихтимал.

Бынан алда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы 15 июндә төндә һәм иртән юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында томан төшөүе хаҡында иҫкәрткәйне.

Йәйҙең тәүге яртыһында республикала ике ай нормалыҡ ямғыр яуған. Был ауылдарҙағы юлдарҙы һәм йорт яны участкаларын һыу баҫыуға килтерҙе.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас