

Ундайҙар айына 12 916 һумға йәшәй, имеш. "Росстат"иҫәбе буйынса, властар билдәләгән ярлылыҡ килеме беренсе кварталда шундай суммала булған. Илебеҙҙә барлығы 20,9 миллион кешенең айлыҡ килеме был. Дөйөм халыҡ һанының 14,3 проценты. Әҙме был, күпме? Әлбиттә, күп. Һаман ярлылыҡҡа ҡаршы көрәшәбеҙ, ә бер урында тапанабыҙ шикелле.
Быйыл рәсәйҙәрҙең реаль килеме 1,2 процентҡа төшкән, тиҙәр. Инфляция үҫешенә лә бәйле. Ҡасан барыһы ла яҡшырыр икән? Ә ысынында ярлылар һаны күрһәтелгәндән күпкә артығыраҡтыр әле...