+22 °С
Ямғыр


Был хәл бөгөн көндөҙ Ш.Руставели урамында булған. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, 10 айлыҡ сабый ҡайнар һыулы сәйнүкте үҙ өҫтөнә ауҙарған.
Һөҙөмтәлә баланың тәне бешкән. Уны 18-се дауаханаға алып килгәндәр.
Әле ваҡиға сәбәптәр асыҡлана.
Фото: Т. Аманов