Быйыл Өфөлә федераль программаны ғәмәлгә ашырыуға ярашлы, 17 юл участкаһы, 23 саҡрым ер ремонтланасаҡ.
Мәктәп, балалар баҡсаһы, спорт учреждениелары һәм башҡа шулар кеүек әһәмиәтле объекттар янындағы юлдар төҙөкләндерелә.
Мәҫәлән, Ғабдулла Амантай, Гвардия, Завод, Кәрим Хәкимов, Кемеров, Суворов, Чернышевский урамдары шул иҫәптә.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.