

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Илек таш тоҙ ятҡылығының тау бүленеүе биләмәһендә карст барлыҡҡа килеү процестары әүҙемләшеүе айҡанлы, курортты асыу датаһы билдәләнмәгәйне. 4 майҙа курорт хакимиәте турагентлыҡтарға һәм ҡунаҡ йорттары хужаларына юлламалар һәм бронь һатмау үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Май аҙағында күлдәр биләмәһендә карст упҡындарын бөтөрөү һәм ярҙарҙы нығытыу буйынса эштәр алып барылыуы, ямғырҙар ҡамасауламаһа, курорт 20 июндән һуң эшләй башлаясағы хаҡында хәбәр ителгәйне.
Фото: Т. АМАНОВ.