Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Июня 2022, 12:25

Аяҡ шешенмәһен өсөн...

Профессор Ринат Ғимранов, аяҡтар шешенһә, һыуҙы күберәк эсергә кәрәк, ти.

Аяҡ шешенмәһен өсөн...Аяҡ шешенмәһен өсөн...
Аяҡ шешенмәһен өсөн...

Һыуҙы күп эсһәң, шешенәһең, тигән инаныс та бар. Әммә табиптар, киреһенсә, күберәк эсергә кәрәклеген белдерә.

Профессор, Тергеҙеү неврологияһы клиникаһының баш табибы Ринат Ғимранов аяҡтар шешенгән осраҡта көнөнә өс литр һыу эсергә кәңәш бирә.

“Күп күләмдәге шыйыҡлыҡ йөрәккә насос функцияһын тейешле үтәүгә ярҙам итәсәк”, – ти белгес.

Ул аяҡтар шешенмәһен өсөн бер нисә күнегеү ҙә тәҡдим итә. Ябай ғына улар: арҡала ятҡан килеш “велосипед”та “йөрөргә”, алмаш-тилмәш үксәгә һәм аяҡ осона баҫып торорға. Мускулдарҙы эшләтһәң, шыйыҡлыҡ циркуляцияһы яҡшыра.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас