

Шишмә районының Санжаровка ауылы янындағы Дим йылғаһында урындағы халыҡ кеше һөлдәһен тапҡан. Был хаҡта хоҡуҡ һаҡлау органдарының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Һөлдәне водолаздар ярға сығарған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир кеше һәләк булған. Фаразланыуынса, ул һыуҙа ҡыштан бирле ятҡан. Тәфтишселәр әле уның шәхесен асыҡлай. Һөлдә суд-медицина экспертизаһына оҙатылған. Билдәһеҙ кешенең үлем сәбәптәре асыҡлана.
Фото: Т. Аманов