Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Июнь 2022, 07:04

“Яҡташтар” проектының еңеүселәре билдәләнәсәк

Тантаналы сара иртәгә Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холында үтә.

“Яҡташтар” проектының еңеүселәре билдәләнәсәк“Яҡташтар” проектының еңеүселәре билдәләнәсәк
“Яҡташтар” проектының еңеүселәре билдәләнәсәк

Әйткәндәй, был – “Берҙәм Рәсәй” партияһы проекты. Маҡсаты – район һәм ҡалаларҙағы халыҡ ғорурлығы булған лайыҡлы шәхестәрҙе билдәләү.

Ике ай буйына ирекмәндәр муниципалитеттарҙа һорашыуҙар үткәрҙе. Лайыҡлылар исемлегендә 18 387 кеше ине. Шуларҙың 5953-өнөң исеме йыш аталды. Һәм улар “Голос РБ” порталында, “Бәйләнештә” селтәрендә тауыш йыйыуға ҡуйылды. Барлығы 75 меңгә яҡын кеше тауышын биргән.

Һөҙөмтәлә 16 социаль әһәмиәттәге номинацияла 401 еңеүсе һайлап алынды. Муниципаль кимәлдә бүләкләү тантаналары – былтыр һәм партияның конференцияһында быйыл үткән. Иртәгә 49 кеше сәхнәгә сығасаҡ.

Әйткәндәй, номинациялар араһында түбәндәгеләр бар: “Атайсал”, ”Һаулыҡ һаҡлау”, ”Мәғариф”, ”Мәҙәниәт һәм сәнғәт”, ”Күп балалы ғаилә”, ”Батырлыҡ”, "Йәмәғәт эшмәкәре" һ.б.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас