Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Июня 2022, 10:25

Ҡатындарға ниндәй осраҡта алимент түләнә?

Балама 1 йәш кенә әле. Үҙем декрет ялында ултырам. Ирем икенсе ҡатын менән йәшәргә сығып китте. Мин балаға ғына түгел, үҙемә лә алимент түләттерә аламмы? З. Б. районы  

Ҡатындарға ниндәй осраҡта алимент түләнә?Ҡатындарға ниндәй осраҡта алимент түләнә?
Ҡатындарға ниндәй осраҡта алимент түләнә?

 

Законда ҡаралғанса,  ғаиләһенән айырылған ир балаһына ғына түгел, ҡатынына ла түбәндәге осраҡта алимент түләй.

– Ҡатын ауырлы булғанда йәки 3 йәшкә тиклем бала ҡарау буйынса ялда булғанда.

– 18 йәшкә тиклемге инвалид баланы ҡарап эшләмәгәндә.

– Эшкә яраҡлы булмағанда.

Уның суммаһы төбәктәге бер йәшәү минимумы күләменән кәм булмаҫҡа тейеш. Никахтары рәсми рәүештә теркәлмәгән парҙар бындай төр алиментҡа өмөт итә алмай.

 

Фото: kredit-on.ru

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас