

РФ Дәүләт Думаһына закон проекты яҙып биргәндәр.
ТАСС агентлығы хәбәр итеүенсә, Севастополь парламенты депутаттары башланғысы менән индерелгән закон проектында 10 миллион һумға тиклем штраф тураһында һүҙ бара. Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына үҙгәрештәр индереү күҙ уңында тотола.
Ғәмәлдәге законға ярашлы, әле бәлиғ булмағандар араһында “боҙоҡ йүнәлешле” сексуаль мөнәсәбәттәрҙе таратыу өсөн генә штраф бар (ст. 6.21 КоАП РФ). Ә яңы закон проектында ЛГБТ-пропаганда өсөн һәр кемде яуаплылыҡҡа тарттырыу тәҡдим ителә.
Үкенескә күрә, Көнбайыштың был “культураһы” беҙҙең илгә лә үтеп инде. Гейҙар парады, ЛГБТ-акциялар һ.б. шундай хәшәрәт нәмәләр күренгеләй.
Аллам һаҡлаһын!