Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Июнь 2022, 18:51

Муттарҙан алданмаған!

Аферистар "яҡынығыҙ бәләгә тарыны" тип шылтыратып, ололарҙы алдауын дауам итә. Барыһы ла тиерлек муттарҙың алдағына ышанып, күпме аҡсалары бар, шуны курьерҙарға тоттороп сығара (үҙҙәрендә аҡса булмаһа, күршеләренән үтескә алып тороп бирә!) Ә Өфөлә йәшәгән 84 йәшлек әбей муттарҙың тоҙағына ҡапмаған. 

Муттарҙан алданмаған!Муттарҙан алданмаған!
Муттарҙан алданмаған!

Уға көндөҙ стационар телефонға ир кеше шылтыратып, тулҡынланған тауыш менән: "Әсәй, ныҡ бул! Мин аварияға эләктем", - тип хәбәр итеп, юл-транспорт ваҡиғаһында бер ҡыҙҙың зыян күреүен һәм хәҙер уға ҡарата енәйәт эшен асырға теләүҙәрен һөйләй. Артабан һөйләшеүҙе ҡатын кеше, йәнәһе лә, "хоҡуҡ һаҡлау органдарынан хеҙмәткәр" дауам итеп, ҡыҙҙың ата-әсәһе 1,5 миллион һум компенсация талап итә, тип белдерә. Уны иғтибар менән тыңлап бөткәс, пенсионер, минең ундай аҡсам юҡ, тип яуаплай. Әбейҙең бер тин дә түләргә йыйынмауын аңлағас, һөйләшеүҙе өҙәләр. Ә пенсионер шунда уҡ улына шылтыратып, уның имен-һау булыуын асыҡлай ҙа, полицияға юллана...  

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас