Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Июнь 2022, 08:15

Көн тәртибендә - бергә башҡарасаҡ эштәр

Кисә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм «Урал тау-металлургия компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Андрей Козицын республика һәм холдинг предприятиелары араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара эшсе төркөм ултырышын үткәрҙе.

Көн тәртибендә - бергә башҡарасаҡ эштәрКөн тәртибендә - бергә башҡарасаҡ эштәр
Көн тәртибендә - бергә башҡарасаҡ эштәр

Көн тәртибендә – берлектәге проекттарҙы һәм инвестиция программаларын ғәмәлгә ашырыу, кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре, транспорт инфраструктураһын үҫтереү, шулай уҡ экологик башланғыстар.

Радий Хәбиров белдереүенсә, беҙҙең хеҙмәттәшлек яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Республиканың тау сығарыу компаниялары тотороҡло эшләй – быйыл дүрт айҙа улар буйынса етештереү күләме индексы 105,7 процент тәшкил иткән. Уҙған йыл ярайһы яҡшы булған – тауарҙар тейәп оҙатыу 60 проценттан ашыуға артҡан.

Был предприятиеларҙа уртаса эш хаҡы – республикала иң юғарыларҙың береһе. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса айына яҡынса 70 мең һум. Иң мөһиме – дөйөм суммаһы 137 миллиард һумға торошло алты ҙур проектты ғәмәлгә ашырыу дауам итә.

Урал тау-металлургия компанияһының генераль директоры Андрей Козицын Башҡортостан менән үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.

Ведомство-ара эш төркөмө ултырышы аҙағында Радий Хәбиров менән Андрей Козицын республика Хөкүмәте менән Урал тау-металлургия компанияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү протоколына, шулай уҡ предприятиеларҙа республика етештереүселәренең продукцияһын файҙаланыуҙы арттырыу буйынса “юл картаһы”на ҡул ҡуйҙы.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас