Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Июня 2022, 11:00

Был көн торошо нимә генә ул...

Алда, үәт, буласаҡ, ти синоптиктар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Был көн торошо нимә генә ул...Был көн торошо нимә генә ул...
Был көн торошо нимә генә ул...

Рәсәйҙә йәй аҙағын фаразлағандар. “Хәтәр көндәр булмаҡсы” – ҡыҫҡасаһы шулай.

Алдан уҡ иҫкәртәбеҙ: август айына фараздың дөрөҫ булырына бер ниндәй ҙә гарантия юҡ. Хәҙер бит өс-дүрт көндө генә теүәл фаразлай алалар. Шуға ла синоптиктар нимә генә тимәһен, бигүк ышанып, ҡурҡып йөрөргә түгелдер.

Ә бына нимә тиҙәр: “Илдең бөтә территорияһында аномаль тәбиғәт күренеше булыуы ихтимал. Алыҫ Көнсығышта, мәҫәлән, көндөҙ һауа температураһы +40 градусҡа етәсәк. Уралда, Себерҙә лә ныҡ эҫелек күҙаллана. Көньяҡ төбәктәрҙә иһә барыһы ла буласаҡ: самаһыҙ эҫе, ҡойма ямғыр, көслө дауыл... Һалҡын һәм эҫе һауа массалары бәрелешеү сәбәпле, йәшен дә уйнап ҡына торасаҡ. Ҡырымда көслө йәшен булһа, Краснодар крайында август уртаһында боҙ-борсаҡ яуыуы ла ихтимал”.

Июнь әлегеләй ямғырлы ғына тормаҫ, булыр әле матур көнө. Алда майай – июль бар. Йәйҙең рәхәтен күрергә өлгөрәбеҙ, тимәк)))

Автор:Алһыу Ишемғолова