Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Июнь 2022, 10:00

Алданған өлөшсөләрҙең проблемалары хәл ителә

Биләмәләрҙе үҫтереү фонды мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылдың беренсе кварталында Башҡортостан проблемалы төҙөлөш объекттары һаны кәмегән биш төбәк иҫәбенә инде.

Алданған өлөшсөләрҙең проблемалары хәл ителәАлданған өлөшсөләрҙең проблемалары хәл ителә
Алданған өлөшсөләрҙең проблемалары хәл ителә

Быйыл 1 ғинуарға ҡарата 106 объект ваҡытында төҙөлөп бөтмәгән. 23 йорттоң алданған өлөшсөләре үҙ  хоҡуҡтарын тергеҙгән. Был күрһәткес 83-кә тиклем кәмегән.

 - Граждандарҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү - өҙлөкһөҙ эш алып барылған йүнәлештәрҙең береһе. Эш ябай түгел, ләкин күрелгән саралар һәм үҙ-ара килешеп эш итеү һөҙөмтәһендә алданған өлөшсөләр һаны кәмей, - тип билдәләгән министр урынбаҫары Артем Ковшов. Берҙәм проблемалы объекттар реестрына 67 төбәктәге йорттар  иҫәпләнә. Ул республика- өлкәләрҙең 47-һендә дөйөм алғанда 400 йорт проблемалылар исемлегенән төшөрөлгән. Лидерҙар – Мәскәү өлкәһе (-109 йорт). Артабан икенсе урында Новосибирск өлкәһе (-31 йорт), өсөнсө урында Башҡортостан Республикаһы (-23 йорт), дүртенсе, бишенсе урындарҙа Краснодар крайы (-19 йорт) һәм Ленинград өлкәһе (-18 йорт) килә.

2022 йылдың беренсе кварталында  республикала 2,5 мең яҡын кешегә түләүҙәр тәғәйенләнгән. Уларҙың 83 проценты алған, тағы 425 кеше сиратын көтә.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас