Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Июнь 2022, 14:44

Юл фажиғәләре - 5 июнь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында ете автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ете кеше йәрәхәтләнгән. Бер тәүлектә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1600-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 62 иҫерек водителде тотҡан.

Юл фажиғәләре - 5 июньЮл фажиғәләре - 5 июнь
Юл фажиғәләре - 5 июнь

Бүздәк районында Заготскот Хужалығы ауылы янында 12 йәшлек малай "Venta" маркалы мопедта юлдан осҡан. Үҫмерҙе дауаханаға оҙатҡандар.

Билдәле булыуынса, мопедты улына атаһы алып биргән (мал көтөр өсөн). Малайҙың ике тәгәрмәсле транспорт менән идара итергә хоҡуғы ла, мотошлемы ла булмаған. Хәҙер ата-әсәһенә, баланы тәрбиәләү буйынса бурыстарын тейешле үтәмәгәндәре өсөн, административ яуаплылыҡ янай. 

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас