Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Июнь 2022, 06:30

Пушкин музейына килегеҙ!

БР Башлығы Радий Хәбиров  «Пушкин» урыны тураһында яҙған.    

Пушкин музейына килегеҙ!Пушкин музейына килегеҙ!
Пушкин музейына килегеҙ!

"Бөгөн, Александр Сергеевич Пушкиндың тыуыуына 223 йыл тулған көндә, Башҡортостандағы иң «Пушкин» урыны тураһында һөйләйем.

 

Барыһы ла 1979 йылда, йәш рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рафиҡ Әминев Көйөргәҙе районының Шәбағыш ауылында А.С. Пушкинға арналған мәктәп музейын асырға булғас башлана. Ни өсөн тап уға? «Капитан ҡыҙы» һәм «Пугачев бунты тарихы» өҫтөндә эшләгәндә шағир Ырымбур губернаһы буйлап сәйәхәт иткән, унда хәҙерге Башҡортостандың, шул иҫәптән Көйөргәҙе районының биләмәһе лә ингән.

 

Шул ваҡыттан алып ҙур булмаған коллекция етди экспозицияға тиклем арта. Бөгөн музей фондтарында - 40 меңдән ашыу (!) экспонат. Мәҫәлән, бында шағирҙың 86 телдәге әҫәрҙәре йыйынтығы һаҡлана.

 

Дүрт тиҫтә йыл эсендә музей тарихи-мәҙәни комплексҡа әүерелде. 2015 йылда бында Александр Пушкинға һәйкәл ҡуйылды.

 

Музей барыһы өсөн дә асыҡ. Ә Рафиҡ Ғибадрахман улы, хаҡлы ялға сығыуына ҡарамаҫтан, ҙур теләк менән экскурсиялар үткәрә.

 

Александр Пушкиндың тыуған көнө һәм Рус теле көнө менән! Рафиҡ Ғибадрахман улына ныҡлы сәләмәтлек теләйем!", -  тип яҙған ул социаль селтәрҙә.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас