Билдәле психолог булмайынса ла Стивендың башында ниҙәр ҡайнағанын аңларға була. Уның тәүҙә аҡсаһы булмауы ла ғәжәп түгел. Әсәһе улын бала сағынан уҡ шуға көйләгән.
Стивен әсәһен бик яратҡан, шуға уның күңелен ҡыйырға теләмәгән. Шуға уның әйткәндәрен ҡабул итеп, бик етеш булыуҙы яҡыны хупламаҫ, тип уйлаған.
Стивен «Миллионер кеүек уйла» курсына яҙылғас ҡына һөҙөмтәле практик алымдар менән финанс программаһын тамырынан алып үҙгәртә алған. Быға тиклем йыйған аҡсаһы булмаһа ла ике йылдан һуң миллионер булып киткән.
Китап авторы финанс программалауҙың ябай һәм көслө төп дүрт өлөшөн билдәләй: аңлап етеү, төшөнөү, ситләшеү һәм үҙеңде яңынан программалау.
Ә үҙеңде программалауҙы ниҙән башларға һуң? Бөгөн һеҙгә әлеге китаптағы тәүге эште тәҡдим итәбеҙ:
«Бала саҡта аҡсаға, етеш тормош, бай кешеләргә ҡағылышлы нимәләр ишеткәнегеҙ булды? Шулар хаҡында дәфтәргә теҙеп яҙып сығығыҙ.
Был ишеткән һүҙҙәр финанс хәлегеҙгә нисек тәьҫир итте? Был хаҡта ла уйлап алып, уны ла теҙеп яҙығыҙ».
Үҙегеҙҙең яҙғандарығыҙҙан үҙгәрергә ваҡыт икәнен күрҙегеҙме инде. Ә хәҙер ҡулығыҙҙы йөрәк тәңгәленә ҡуйып: «Аҡса тураһында ишеткәндәремдең бөтәһе лә ысын түгел. Мин башҡа фекер йөрөтөү рәүешен һайлайым, был миңә уңыш килтерер һәм бәхетле булырға ярҙам итер». Артабан маңлайығыҙға ҡағылығыҙ ҙа: «Мин миллионер кеүек уйлайым!» – тип әйтегеҙ.
Миллионерҙар тормошонан ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғалар, практик дәрестәр яйлап тәҡдим ителер, "Йәшлек" гәзите сайтын күҙәтеп барығыҙ.
Фото: Т. АМАНОВ.