Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Июнь 2022, 11:19

Бушлай юридик ярҙам алыу еңелләшәсәк

Рәсәйҙең Дәүләт Думаһында ошо мәсьәлә буйынса закон проекты икенсе уҡыуҙа ҡаралды.

Бушлай юридик ярҙам алыу еңелләшәсәкБушлай юридик ярҙам алыу еңелләшәсәк
Бушлай юридик ярҙам алыу еңелләшәсәк

Ниндәй үҙгәрештәр буласағы тураһында Думаның дәүләт ҡоролошо һәм ҡануниәт буйынса комитеты етәксеһе урынбаҫары, Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Ирина Панькина аңлатма бирҙе.

Депутат һүҙҙәренсә, закон проектында юридик ярҙам күрһәтеү тәртибе үҙгәрә, шулай уҡ юридик клиникалар статусы билдәләнә. Һуңғылары вуздарҙағы махсус ойошма – буласаҡ юристарҙың граждандарға ярҙам күрһәтеү урыны хаҡында. Унда эшләүселәргә талаптар көсәйә.

Иң мөһиме – мохтаждарға бушлай юридик ярҙам күрһәтеү.

“Мин һәр ваҡыт әйтәм: хоҡуҡи ярҙам ашығыс ярҙамдар кеүек үк ихтыяж тойған һәр кемгә мөмкин булһын”, – ти Панькина ханым.

Әллә инде, был закон проектына ҡарата юристар нимә тиер? Бушҡа булһа...

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас