

Башҡортостан Башлығы ҡала һәм район хакимиәттәренә һыу инеү тыйылған урындарҙы даими контролдә тоторға ҡушты. Ял итеүселәрҙең һыу объекттарында ялы хәүефһеҙ булырға тейеш, тип билдәләне ул.
Әйткәндәй, һуңғы биш йылда республикала йыһазландырылған пляждар һаны ике тапҡырға - 68-ҙән 137-гә тиклем артҡан. Ә 2024 йылда Башҡортостанда 200 сертификацияланған пляж асыласаҡ. Был турала республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.