Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Июнь 2022, 08:45

Иғтибар! Кеше юғалған!

Башҡортостанда 35 йәшлек Лилиә Марат ҡыҙы Әхмәтшина хәбәрһеҙ юғалған. Был хаҡта «Башрегионспас» эҙләү-ҡотҡарыу отряды ирекмәндәре хәбәр итте. Бишбүләк районының Йылбулаҡтамаҡ ауылында йәшәгән ҡатын 2022 йылдың 31 майында өйөнән сыҡҡан һәм башҡаса ҡайтмаған. Бөгөнгә уның ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ. Билдәләре: буйы 155 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, һары сәсле, күҙҙәре һоро. Асыҡ футболка, күк джинсы, ҡара кроссовки кейгән. Лилиә Әхмәтшинаның ҡайҙа икәнлеге хаҡында 8-937-310-21-12 йәки 112 телефондары буйынса хәбәр итергә мөмкин.

Иғтибар! Кеше юғалған!Иғтибар! Кеше юғалған!
Иғтибар! Кеше юғалған!

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас