

Башҡортостан һәм Татарстандың яратҡан йырсыһы Гөлназ Асаева артыҡ кәүҙә ауырлығына зарланды.
Был хаҡта артист социаль селтәрҙә үҙенең яҙылыусылары менән уртаҡлашты.
- Ябығырға теләйем, ләкин ашауға һөйөүем көслөрәк.
Оҙаҡламай һабантуйҙар, сығыш яһарға кәрәк, ә мин һаман да тултырылған тауыҡ кеүек йөрөйөм, - тип һөйләне ҡыҙ. - Минең кәүҙә ауырлығым 62 килограмға тиклем етте, 53-кә тиклем ябығыр ине лә ул. Иң ҙур проблемам - картуф яратам. Унһыҙ тамағым туймай. Әлегә рәхәтләнеп ашайым да һәм ҡабат диетаға ултырам, - тип яҙа Гөлназ.
Быға тиклем дә Асаева үҙенең кәүҙә ауырлығына ҡәнәғәт булмауы хаҡында әйткәйне - ул саҡта ул бының нимә менән бәйле булыуын аңлай алмай ине.
Фото: Т. Аманов