Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Июнь 2022, 03:45

Ун беренселәрҙең сығарылыш кисәһе ҡасан үтәсәк?

Республикабыҙҙа сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды.  

Ун беренселәрҙең сығарылыш кисәһе ҡасан үтәсәк?Ун беренселәрҙең сығарылыш кисәһе ҡасан үтәсәк?
Ун беренселәрҙең сығарылыш кисәһе ҡасан үтәсәк?

Республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, XI класс уҡыусыларына өлгөргәнлек аттестаты 25 июндә тапшырыласаҡ.  Туғыҙынсы класты тамамлаусылар өсөн аттестаттарҙы тапшырыу көнөн муниципалитеттар үҙ аллы тәғәйенләй. Бында уҡыусыларҙың резерв йомғаҡлау аттестацияһы иҫәпкә алына.

 Әйткәндәй, быйыл Башҡортостанда 16 мең 500 самаһы уҡыусы ун беренсе класты  һәм 42 мең 400 тирәһе бала  туғыҙынсы класты тамамлай.

 

 

Юлай КӘРИМОВ фотоһы.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас