

1 июндән беҙҙә йәшәү минимумы кимәле йән башына 12 110 һум тәшкил итә. Был турала ҡарар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡушыуын үтәүгә бәйле ҡабул ителгән.
Хеҙмәт йәшендәге кешеләргә – 13 200, пенсионерҙарға – 11 474, балаларға 11 747 һум тура килә.
БР Хөкүмәтенең ҡарары республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Документ 2022 йылдың 1 июнендә көсөнә инде, 2022 йылдың 31 декбаренә тиклем ғәмәлдә буласаҡ.