

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров документҡа ҡул ҡуйыу тантанаһында ҡатнашты. Предприятие борсаҡты тәрән эшкәртеү буйынса яңы, заманса, юғары технологиялы һәм фән ҡаҙаныштарын күпләп талап иткән производство төҙөү проектын ғәмәлгә ашырырға һәм борсаҡтан тәбиғи аҙыҡ-түлек ингредиенттарында баҙар ихтыяжын тәьмин итергә ниәтләй.
5 миллиард һумлыҡ проект Нефтекамала йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә тормошҡа ашырыла. Ул 100-ҙән ашыу яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Компанияның Һамар өлкәһендә бындай проектты ғәмәлгә ашырыу буйынса тәжрибәһе бар. Бөгөн заводты урынлаштырыу өсөн ер участкаһы һайланған, бизнес-план әҙерләнгән, инжиниринг эштәрен башҡарыу өсөн компаниялар, ҡорамалдар менән тәьмин итеүселәр һәм подряд ойошмалары һайлап алынған.