

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмаҫҡа өндәй:
- баҙға төшөр алдынан ундағы һауаны тикшереү зарур;
- кемдер мотлаҡ өҫтә ҡалырға тейеш;
- баҙҙа ҡолаған кешегә ярҙам итергә төшөр алдынан, билгә бау бәйләп, бер осон өҫтә ҡалған берәйһенә тотторорға (ярҙам кәрәкһә, бауҙы тартып сигнал бирергә), кисекмәҫтән ашығыс хеҙмәттәргә шылтыратырға!
Иң ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү һеҙгә һәм яҡындарығыҙға һаулыҡты һәм ғүмерҙе һаҡларға мөмкинлек бирәсәк!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.