Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Июнь 2022, 08:14

Юл хаҡы арзан, тип ҡыуанғайныҡ...

Баш ҡалабыҙ Өфөлә йөрөгән йәмәғәт транспортында быйыл юл хаҡы бик күтәрелде. Тик трамвай һәм троллейбуста ғына арзаныраҡ ине.

Юл хаҡы арзан, тип ҡыуанғайныҡ...Юл хаҡы арзан, тип ҡыуанғайныҡ...
Юл хаҡы арзан, тип ҡыуанғайныҡ...

Өфө урамында йәнең теләгән транспорт йөрөй – 18 һумлыҡтан башлап, 40 һумлыҡҡа тиклем.

Хәҙер 18 һумлығы ҡалмаясаҡ. Был хаҡҡа электр транспортында “Алға” картаһы менән йөрөп була ине. Тиҙҙән тарифтар бер юлы 7 һумға күтәреләсәк – мэрия яңы хаҡтар билдәләне.

Документта күрһәтелеүенсә, хаҡтар шулай:

Ҡулаҡса менән – 30 һум

“Алға” менән – 25 һум

Уҡыусы картаһы менән – 15 һум.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас