Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Июнь 2022, 16:19

Юл фажиғәләре - 1 июнь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында һигеҙ автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа туғыҙ кеше йәрәхәтләнгән. Бер тәүлектә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 31 иҫерек водителде тотҡан.

Юл фажиғәләре - 1 июньЮл фажиғәләре - 1 июнь
Юл фажиғәләре - 1 июнь

Кисен Өфөнөң Киров районында, М-5 "Урал" федераль трассаһының 1470-се саҡрымында, "ВАЗ-2109" машинаһы тәүҙә тимер ҡоймаға, шунан "КамАЗ" йөк машинаһына барып бәрелгән. Салонда булған 39 йәшлек ир менән 37 йәшлек ҡатын ауыр йәрәхәтләнгән.

Фажиғә факты буйынса тикшереү башланған. Тикшереү барышында фажиғәнең сәбәптәре, шулай уҡ юл-транспорт ваҡиғаһы булған ваҡытта "ВАЗ" автомобиле менән кемдең идара иткәне асыҡлана.

Фото: БР ЮХХДИ.

Юл фажиғәләре - 1 июнь
Юл фажиғәләре - 1 июнь
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас