

Парламенттың рәсми сайтында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың фекере яҙылған:
“Документ тоҡомсолоҡ эшен үҫтереүгә яңы ҡатнашыусыларҙы йәлеп итеүгә һәм административ барьерҙарҙы кәметеүгә йүнәлтелгән. Тоҡомсолоҡ хужалығы төшөнсәһенә аңлатма бирелә. Уға ярашлы, тоҡомло малсылыҡ өлкәһендәге эшмәкәрлекте юридик шәхестәр генә түгел, шулай уҡ юридик шәхес барлыҡҡа килтермәйенсә генә эштәрен алып барыусы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм шәхси эшҡыуарҙар ҙа тормошҡа ашыра ала”.
Парламент спикеры белдереүенсә, тоҡомсолоҡ хужалыҡтарына «Ауыл хужалығын үҫтереү тураһында»ғы Федераль законда, шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығын үҫтереү тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законында күҙ уңында тотолған дәүләт яҡлауы ҡаралған.
Закон ҡул ҡуйыу өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығына ебәрелде.