

"Тиҙ ярҙам" машинаһынан ҡулы һынған һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы һәм уның атаһын икенсе машинала балалар дауаханаһына оҙатҡандар. Водитель менән фельдшерға ла беренсе медицина ярҙамы күрһәтелгән. Улар баланы 17-се һанлы балалар дауаханаһына алып китеп барған.
Әлеге ваҡытта ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Фото: БР ЮХХДИ.