

«Үҙәк баҙар» ҡулса юлында ҡуйыу өсөн арт-объекттың иң яҡшы концепцияһына конкурс йомғаҡтары менән бәғзеләр килешмәгән.
Ратмир Мәүлиев белдереүенсә, ҡала халҡы ҡаршы икән, мэрия уларҙың фекеренә ҡолаҡ һаласаҡ.
«Ҡулса майҙанында реклама баннеры торғанда, барыһы ла ҡәнәғәт ине. Иғлан ителгән конкурсҡа күп проект килде, унда сәк-сәк, бесәйҙәр, лампочкалар ҙа ҡуйырға тәҡдим итеүселәр булды. “Ҡул йылыһы”н жюри ағзалары һайлаған. Әлегә ҡарар ҡабул ителмәгән. Әйҙәгеҙ, мәсьәләне бергәләп хәл итәйек», – тигән мэр.