Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Июнь 2022, 11:01

Гимназияла һабантуй күңелле уҙҙы!

Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында уҡыусылар өсөн һабантуй байрамы гөрләп  үтте. Уны «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо. Балаларҙы яҡлау көнөндә гимназия янында  «Ҡурай» лагеры ла эшләй башланы.

Гимназияла һабантуй күңелле уҙҙы!Гимназияла һабантуй күңелле уҙҙы!
Гимназияла һабантуй күңелле уҙҙы!

Һабантуйҙа ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн бик ҡыҙыҡлы уйындар әҙерләнгәйне, бер ҙә генә өлкәндәрҙекенән ҡалышманы. Тоҡ кейеп тә йүгерҙеләр, арҡан да тартыштылар, көршәк тә ваттылар. Квес та бик мауыҡтырғыс булды. «Юлдаш тауышы» майҙансығында балалар һәләтен күрһәтеп ҡалырға тырышты. Балалар флешмобтан да ситтә ҡалманы, шахмат һәм шашка уйнап та ярышты.

Байрамдың хедлайнеры – «Тамыр» вокал студияһында шөғөлләнеүселәр сағыу концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Гимназияның һәләтле уҡыусылары ла йыр-бейеүҙәре менән ҡыуандырҙы.

Бындай күңелле байрамды «Вәт шәп кис» йәштәр проекты ди-джейҙары Айбулат Сисәнбаев, Венер Фәйзуллин, Илнур Рамаҙанов бүләк итте. Сара аҙағында балалар төрлө ярыштарҙа йыйған мәрәйҙәрен бүләктәргә алмаштырып та һөйөндө. 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас