

Ғалимдар фекеренсә, һөттә организмға кәрәкле кальций, магний, селен, рибофлавин, В12 һәм В5 витаминдары бар.
Балаларға (әгәр медицина сикләүе булмаһа) көн һайын бер стакан һыйыр һөтө эсергә кәрәк. Бәләкәстәргә һөт менән 21 процент протеин, 8 процент калория һәм төп микроэлементтар инә.
Иртәнге ашҡа һөтлө бутҡалар файҙалы. Йоҡа классик ҡоймаҡ, һөт коктейле, эремсекле ризыҡтар – былар барыһы ла тәмле.
Бөгөн балаларығыҙға матур байрамда (Балаларҙы яҡлау көнө бит) берәй тәмлекәс тә бешерегеҙ. Мәҫәлән, эремсекле запеканка.
Эремсек (ныҡ майлы булмаһын) – 200 г
Йомортҡа – 1 дана
Шәкәр – 25 г
Аҡ май (майлылығы 72 процент) – 5 г
Манный ярмаһы – 25 г
Майҙан башҡа бөтә ингредиентты блендерҙа йәки сәнске менән болғарға. Духовканы 220 градусҡа тиклем эҫетергә. Һауытты майлап, шунда массаны һалырға һәм 10 – 15 минуттан тәмле запеканка әҙер!