Тәмәке тартыусылар кәмерме?

Бер депутат тәмәке ҡабына элеккесә ҡурҡыныс һүрәт түгел, ә тартыусының тәмәкегә киткән аҡсаһының суммаһын яҙырға тәҡдим итә. О-оо, ул аҡса әҙ түгел инде.

Тәмәке тартыусылар кәмерме?Тәмәке тартыусылар кәмерме?
Тәмәке тартыусылар кәмерме?

Санкт-Петербург ҡалаһының закондар сығарыу йыйылышы депутаты Павел Крупниктың тәҡдиме был. Ул РФ сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуровҡа һәм һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашкоға мөрәжәғәт яҙып ебәргән.

Һуңғы йылдарҙа тәмәке ҡаптарында тәмәкенең зыяны тураһында иҫкәртеү яҙмалары һәм һүрәттәр барлыҡҡа килгәйне. Тик һөҙөмтәһе булғанмылыр, юҡмылыр.

Крупниктың фекеренсә, ниндәй ҙә булһа яҡшы яңылыҡ йәки идея ваҡыт үтеү менән яңыртыуға мохтаж. «Ошоға бәйле һеҙҙән «уртаса» тәмәке тартыусының үҙенең насар ғәҙәтенә йыллыҡ дөйөм сығымдары тураһында мәғлүмәтте ҡаптарҙа (шулай уҡ башҡа никотинлы тауарҙарҙа) урынлаштырыу тураһында башланғысты ҡарауығыҙҙы һорайым», - тиелә мөрәжәғәт тексында.

Әллә инде, "тәмәжник"кә был кәртә булырмы икән? Ул бит ҡаптан тәмәкене ала ла, ҡапты һалып ҡуя, ҡарап ултырмай. Бәлки, тәмәкенең эсенә берәй нәмә тыҡҡанда, ә? Ауыҙға ҡапһаң, нисә һум аҡсаны төтөнгә әйләндереү тураһында ҡысҡыра торғанды. Әйтәйек, наноробот)))

Тәмәке тартыусылар кәмерме?
Тәмәке тартыусылар кәмерме?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас