Дөрөҫөрәге, түләүҙәрҙе арттырыу хаҡында. Беҙ был турала күп һөйләнек, күп ишеттек һәм, ниһайәт, көткән көн яҡын: тейешле документ бар.
1 июндән 10 процентҡа МРОТ, йәшәү минимумы күләме һәм эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсияһы арта. Бының өсөн федераль ҡаҙнанан 500 миллиард һум айырып ҡуйылған.
Шулай итеп, хәҙер пенсия артһа, илдә уның күләме (эшләмәгәндәрҙеке) уртаса 19 мең һум буласаҡ.
МРОТ артҡас, дүрт миллион самаһы кешенең хеҙмәт хаҡы арта, тигән һүҙ. Ә йәшәү минимумы күләме күтәрелһә, әҙ килемле ғаиләләрҙә үҫкән балаларҙың (3 - 17 йәш) пособие суммаһы ла артасаҡ.