Бөгөн – бисквит көнө

Фарсы халҡы бисквит ҡамырын беҙҙең эраға тиклем VII быуатта уҡ яһарға өйрәнгән.

Бөгөн – бисквит көнөБөгөн – бисквит көнө
Бөгөн – бисквит көнө

Был ҡамыр төрө һуңғараҡ, XV быуат тирәһендә, инглиз диңгеҙселәре бисквит сохарыйы ашарға ғәҙәтләнгәс, таралып киткән. Майһыҙ әҙерләнгән ризыҡ оҙаҡ боҙолмаған да, туҡлыҡлы ла булған. Шул сохарыйҙы ашап ҡараған батша һарайы вәкиле уны королева Елизавета Тюдорға тәҡдим итә. Ашнаҡсылар ҡамырға төрлө нәмә ҡуша – сироп, ҡайнатма, крем, шоколад, сәтләүек, хатта коньяк йә ром.

Шулай башлана ла инде бисквиттың донъя буйлап “сәйәхәте”.

Классик рецепт:

4 йомортҡа, 100 г он, 150 г шәкәр, бер балғалаҡ ваниль шәкәре кәрәк.

Бешереү өсөн форма (һауыт) әҙерләгеҙ. Ондо мотлаҡ иләргә кәрәк – кислородҡа байый.

Йомортҡаның ағын һарыһынан айырырға ла һарыһына шәкәр күләменең яртыһын һәм ванилде ҡушып, болғарға. Ағын айырым туғырға. Туғығанда әкренләп кенә шәкәр ҡушырға. Ҡуйы крем килеп сығырға тейеш. Уның 1/3 өлөшөн йомортҡа һарыһына ҡушырға. Болғатҡас, он ҡушып, йәнә яҡшылап бутарға. Ҡалған йомортҡа ағын да өҫтәп, тағы болғарға, тик оҙаҡ түгел.

Килеп сыҡҡан массаны формаға тултырмай ғына һалып, 180 градусҡа тиклем эҫетелгән духовкала 35 минут самаһы бешереп алырға. Бешкән арала духовканы асмауығыҙ хәйерле. Бигерәк тә тәүге 15 – 20 минутта.

Яҡшы бешкән бисквит (уны өҫтөнә баҫып тикшерәләр – пружина кеүек ҡалҡһа, тимәк, әҙер) һауыттан еңел генә айырылып сығасаҡ.

Әйткәндәй, оҫталар, торт итеп биҙәрҙән алда уны бер нисә сәғәт бүлмә температураһында һалып торорға кәрәк, ти. Тәмле булһын!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас